Сафлыҡ. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

* * *


Сафлыҡ

Сейәләр ҙә һайлансыҡтар инде,
Ҡыйлансыҡтар инде бигерәк,
Йылын һайлап ҡына ишелеп уңа,
Йә, төҫ бирмәй, ҡорой тиҙерәк.
Уға инде яҙ ҙа наҙлы булһын,
Ямғыры ла яуһын мәлендә,
Тик дымы ла сама юғалтмаһын -
Барыһы мөһим сейә тәмендә.
Ҡул тейҙермәй генә, тәлгәшенән
Ирендәрем сүпләй емешен,
Тәүғеүәте ерҙең, ҡыуағының
Сап-саф килеш бирһен өлөшөн.
Ҡағылмаһын хатта үҙ ҡулым да!
Аһ, ғиффәтле емеш ләззәте!
Баһаларын белеү тәүсафлыҡтың -
Халҡыбыҙҙың затлы ғәҙәте.
Еләк кеүек ҡыҙҙар емеш йыя,
Үҙҙәренә күскән ҡыр йәме.
...Хәләл йәре генә үрелеп ҡапһын
Яҙмышына яҙған сейәне,
Ғүмерлеккә тигән йәр-йәнен.


2013